Хәүефһеҙлек
22 Января 2020, 17:10

Машинист вагондан тапалған

Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында - бәхетһеҙ осраҡ.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, хеҙмәт урынында йәрәхәт алыу, һәләк булыу осраҡтары әленән-әле күҙәтелә.
Башҡортостан Дәүләт хеҙмәт инспекцияһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Учалы тау-байыҡтырыу комбинатының 44 йәшлек хеҙмәткәре эш ваҡытында ауыр йәрәхәтләнә.
17 ғинуарҙа байыҡтырыу фабрикаһындағы фильтрлау-киптереү бүлегенең компрессорҙар ҡоролмаһы машинисын тимер-юлы составының һуңғы вагоны тапата. Аяғы ҡаты йәрәхәтләнгән ҡатынға медицина ярҙамы талап ителә.
Әле Дәүләт хеҙмәт инспекцияһы бәхетһеҙ осраҡтың сәбәбен асыҡлай.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас