Хәүефһеҙлек
22 Января 2020, 15:20

Юлда 64 кеше тапалған

Өфөләге 21-се дауахананың травматология бүлексәһе мөдире Руслан Булатов әйтеүенсә...

Йыл башынан республика юлдарында 64 кешене машина менән бәрҙереп китеү осрағы теркәлгән.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, 11 кеше һәләк булған. Йәйәүлеләр күберәк ҡараңғы ваҡытта бәләгә тарыған. Водителдәр йыш ҡына бындай мәлдә кешене абайламай ҡала.
ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре йәйәүлеләргә яҡтылыҡты сағылдырыусы элементтар йөрөтөргә кәңәш итә. Был саҡта водитель һеҙҙе 300 метр аранан уҡ шәйләйәсәк. Өфөләге 21-се дауахананың травматология бүлексәһе мөдире Руслан Булатов әйтеүенсә, көн һайын клиникаға юл-транспорт ваҡиғаһында имгәнгән дүрт-биш кешене килтерәләр. “Шуларҙың бер-икеһе, ғәҙәттә, йәйәүле. Бындай хәлдәр төштән һуң, кешеләр эштән арып ҡайтып барған ваҡытҡа тура килә. Урамдарҙың ҡараңғылығы ла ҡамасаулай”, - ти табип.
Бөтә үлемесле ваҡиғалар ҙа ҡараңғы осорҙа булған. Күбеһенсә бәләлә йәйәүлеләр үҙҙәре ғәйепле, тип иҫәпләй ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре. Рөхсәт ителмәгән урындарҙан сығыу йыш ҡына фажиғә менән тамамлана. Бәләгә ҡалмау, яҡындарығыҙҙы ҡайғыға һалмау өсөн ябай ғына юл йөрөү ҡағиҙәләрен үтәргә кәрәк.
Фото: Twitter.com
.
Читайте нас