Ҡыштың әлеге йылыһынан тиҙҙән бар тереклек уята башлар, ахыры.
"Роспотребнадзор"ҙың дезинфектология фәнни-тикшеренеү институты ғилми хеҙмәткәре Наталья Шашинаның белдереүенсә, илдең бер нисә төбәгендә талпандарҙың килеп сығыуы ихтимал. Уларға, ғәҙәттә, 8-10 градус йылылыҡ етә икән.
Әлбиттә, бындай һауа торошонда уларҙың күпләп күренеүе күҙәтелмәҫ, тик һаҡ булыу ҙа ҡамасау итмәҫ. Өҫтәүенә талпандан һаҡланыу саралары ла йылдың башҡа осороноҡонан бер ниһе менән дә айырылмай. Шуға белгес дөрөҫ кейенеү кәрәклеге хаҡында иҫкәртә. Урман-ҡырҙарға барғанда оҙонораҡ салбар кейеү, уның балаҡтарын аяҡ кейеме эсенә тығыу кәңәш ителә.