Хәүефһеҙлек
23 Января 2020, 06:00

Балаларҙың ғүмерен һаҡлағыҙ!

Бәләкәстәргә бигерәк тә йәйәүлеләр өсөн үткелдең символы – Зебра персонажы бик оҡшаған.

Ҡәҙимге юл ҡағиҙәләрен белмәү йә иһә урамда дисциплинаны һаҡламау йыш ғына балаларҙы юл-транспорт ваҡиғалары ҡорбаны итә. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы иҫкәртә.
Шуға күрә юл бер: балаларға бәләкәстән ҡағиҙәләрҙе өйрәтергә, күңеленә һеңдерергә кәрәк. Ошо хәҡиҡәткә Нефтекама ҡалаһының 36-сы балалар баҡсаһы тәрбиәселәре Айгөл Дәүләтбаева менән Рәлиә Ғәлиева инана, шуға күрә хәүефһеҙлек, юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә ҙур иғтибар бирә һәм балаларға еткерә. Күнекмәләр дидактик уйын формаһында үтә, йыш ҡына ҡала урамдарына сығып та урайҙар. Шулай уҡ бәләкәстәргә ЮХХДИ инспекторы, өлкән лейтенант Люция Хәбибуллина һәм юл патруле инспекторы, лейтенант Наил Рәхмәтов менән осрашыу ойошторалар, файҙалы әңгәмәләр үткәрәләр. Был күптән матур йолаға әүерелгән.
Күптән түгел иһә Нефтекама ҡалаһының ЮХХДИ идаралығы “Балаларҙың ғүмерен һаҡлағыҙ!” исемле акция ойошторған, ул юл хәрәкәте ҡағиҙәләренә бағышланған.
Сарала юл хәрәкәтенең йәш инспекторҙары ҡатнашҡан – улар балалар баҡсаһының әҙерлек төркөмөнә йөрөй. Бәләкәстәргә бигерәк тә йәйәүлеләр өсөн үткелдең символы – Зебра персонажы бик оҡшаған. Полиция хеҙмәткәрҙәре ябай һәм аңлайышлы итеп бәләкәстәрҙе юл хәрәкәте ҡағиҙәләре мәнән таныштырған, бының ғүмер һәм сәләмәтлек өсөн мөһимлеген аңлатҡан. Шулай уҡ балалар светофорҙың һәм юл билдәләренең ниңә кәрәклеген дә төшөнгән.
Әйкәндәй, юл инспекторҙары бындай эште балалар мәнән генә түгел, ә ата-әсәләр менән дә алып бара. Шуныһы шатлыҡлы: ҡайһы бер әүҙем өлкәндәр тематик бәйгеләрҙә ҡатнаша, балалар өсөн юл ҡағиҙәләрен уйын ярҙамында өйрәтеү өсөн төҙөлгән махсус әсбап әҙерләүгә лә көс һала.
Фото: 02.мвд.рф
Читайте нас