Был хәл Сибай ҡалаһында булған. Башҡортостан Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Сибай диспетчер бүлегенә сабыйҙары “Лада-Ларгус” автомобиль салонында бикләнеп ҡалған ата-әсәнән шылтыратыу алына. Ҡоттары осҡан ата-әсә парковкаланған автомобилдәренең ишеген асыуҙарын һорай.
“Машина эсендә бер йәшлек бала ине. Ҡотҡарыусылар махсус ҡорал ярҙамында автомобилдең ишеген асып, сабыйҙы ата-әсәһенә тапшырҙы. Бала медицина ярҙамына мохтаж түгел, ә бына уның ата-әсәләре ныҡ боросолған ине,” - ти ведомство хеҙмәткәрҙәре.
Ата-әсәләргә йәнә бер ҡат иҫкәртеү зыян булмаҫ, балаларығыҙҙы өйҙә лә, автомобиль салонында ла яңғыҙ ҡалдырмағыҙ, уларға һәр саҡ иғтибарлы булыу кәрәк. Аҙаҡтан һуң булып ҡуйыуы ихтимал.