Хәүефһеҙлек
23 Января 2020, 13:15

Әсәһе улын янғындан ҡотҡарған

Йәһәт кенә диванды урамға һөйрәп сығарып бәрә лә, мәсьәләне хәл иттем, тип кире әүен баҙарына сума.

Федоровка районында йәшәгән 52 йәшлек ир тәмәкеһен көйрәткән килеш диванда йоҡлап китә. Төнгө сәғәт өстә янғынды иҫкәртеүсе приборҙың тауышына уяна. Ир үҙенең көйрәгән диван өҫтөндә ятыуын күреп, һикереп тора.
Йәһәт кенә диванды урамға һөйрәп сығарып бәрә лә, мәсьәләне хәл иттем, тип кире әүен баҙарына сума. Диван саф һауала ялҡынланып яныуын дауам итә. Янғын һүндереүселәр һиҙгер булып сыға, йәһәт кенә килеп етәләр.
-Йорт хужабикәһе автономлы янғынды иҫкәрткес приборҙы, льготалы категорияға инеүсе булараҡ, бушлай алған булған,- тип белдерҙеләр ведомствола.- Шулай итеп, прибор ваҡытында ирҙе йоҡоһонан уятҡан, ә оло йәштәге әсәһе 52 йәшлек улын фажиғәнән ҡотҡарған.
Фото Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығы:
Читайте нас