Хәүефһеҙлек
22 Января 2020, 19:25

Сумаҙанығыҙҙы тултырмай тороғоҙ

Ҡытайҙа коронавирустан үлеү осраҡтары арта. Сир бер нисә илгә таралып та өлгөргән.

Төрлө мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, Ҡытайҙа коронавирустан үлгәндәр арта: әле туғыҙ кешенең вафат булғаны теркәлгән.
Билдәле булыуынса, көнсығыш календары буйынса ҡытайҙар Яңы йылды ғинуар аҙағында ҡаршылай. Шуға күрә тап ошо айҙың уртаһынан аҙағына тиклем унда ял итергә барған туристар күбәйә. Тик быйыл илдең Хубэй провинцияһының Ухань ҡалаһында Ҡытай пневмонияһы табылыуы күптәрҙе уйландырырға мәжбүр иткәндер. Коронавирустың яңы төрө кешелә йүткереү һәм юғары температураның булыуын күрһәтә. Шулай уҡ тын алыу ауырлаша. Сир башланғанда, ҡырҡҡа яҡын кешегә ошондай диагноз ҡуйылһа, әле был күрһәткестең ҡырҡа артыуы ҙур хәүеф тыуҙыра. Бөгөн үлгәндәр һаны туғыҙға еткән, сирләүселәр 440 кешегә артҡан. Тәүҙә ғалимдар вирустың хайуандарҙан йоғоуын белдерһә, әле кешенән кешегә күсеүен дә иҫбат иткән.
Ухань ҡалаһына барыусылар һәм унан сығыусылар ныҡлы контролдә тотола, әммә ил етәкселеге сирҙе “ауыҙыҡлай” алмай. Коронавирустың Тайланд, Көньяҡ Корея, Япония һәм Америка Ҡушма Штаттарына барып еткәне асыҡланған. Әле вирустан вакцина табылмаған.
Һыуыҡ ҡыш айында йылы илдәрҙә сәйәхәт итергә яратҡандарға, бигерәк тә Азия илдәрен һайлағандарға сумаҙандарын тултырмай торорға кәңәш итәбеҙ. Һаҡланғанды һаҡлармын тигәндәй, сир таралған саҡта үҙебеҙҙә, Башҡортостанда, тау шыуып, сәләмәтлегебеҙҙе нығытыу файҙалы ла, хәүефһеҙ ҙә.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас