Хәүефһеҙлек
23 Января 2020, 15:00

Вәт һиңә, “ҡыҙ”, исмаһам!

...Тиҙҙән уның ҡармағына Баймаҡтан бер уҙаман ҡапҡан. Хәбәрләшеү араһында “ҡыҙ” зарлана башлаған: аҡсаһы етмәй, ауырлыҡтар кисерә, имеш...

Баймаҡ район суды Нефтекамала йәшәүсе 39 йәшлек иргә хөкөм ҡарары сығарған. Ул мутлыҡ нигеҙендә ярайһы уҡ зыян килтергән өсөн яза алған.
Ә хәл былай булған. Был ир интернеттағы танышыу сайттарының береһендә теркәлеү үткән. Әммә үҙ исеменән түгел: таныш булмаған һылыуҡайҙың фотоһын ҡуйған, мәғлүмәт уйлап сығарған. Шунан... Виртуаль киңлектә ошо “ҡыҙ” исеменән ирҙәр менән рәхәтләнеп хат алыша башлаған.
Тиҙҙән уның ҡармағына Баймаҡтан бер уҙаман ҡапҡан. Хәбәрләшеү араһында “ҡыҙ” зарлана башлаған: аҡсаһы етмәй, ауырлыҡтар кисерә, имеш. Баймаҡтағы йомшаҡ күңелле ир ышанған һәм ярҙам итергә булған. Шулай итеп, виртуаль киңлектә танышҡан “ҡыҙға” дөйөм суммаһы 34 мең һумға еткән аҡса күсергән.
Ниһәйәт, һүҙ ысынбарлыҡта осрашыуға барып еткән. Әммә “ҡыҙ” , әлбиттә, осрашыуға килмәгән. Ир, мөхәббәтен көтөп арығас, хоҡуҡ һаҡлау органдарына мөрәжәғәт иткән.
Полиция хеҙмәткәрҙәре тиҙ арала “ҡыҙ”ҙың шәхесен асыҡлаған һәм ниһәйәт, ул суд алдына баҫҡан. Ул алған аҡсаларын кире ҡайтарған, әммә мутлыҡ өсөн яуап бирергә тура киләсәк: суд ҡарары буйынса ир 2 йыл да 3 айға тимер рәшәткә артына юлланасаҡ.
Ә һеҙгә кәңәш: виртуаль таныштарға бер ваҡытта ла аҡса ебәрмәгеҙ! Үҙегеҙгә лә, башҡаларға ла тынысыраҡ булыр.
Фото: birdinflight.imgix.net
Читайте нас