Республиканың район һәм ҡалалары юлға термопластик һыҙыҡ билдәһен һалыу буйынса сығымдарҙы ҡаплауға субсидия аласаҡ. Башҡортостан Хөкүмәте президиумы ултырышында ошондай ҡарар проекты ҡабул ителде.
Республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов, урындағы әһәмиәттәге автомобиль юлдарына һалынған юл һыҙыҡтарына сарыф ителгән сығымды ҡаплау тәртибе үҙгәрәсәк, тип белдерҙе. Былтыр юлсылар төбәк һәм муниципаль юлдарға 2585,5 километр оҙонлоғонда термопластик һыҙыҡ һыҙған.
“Быйыл төбәк һәм муниципаль әһәмиәттәге бөтә юлдарға ла термопластик материал файҙаланып һыҙыҡ һыҙыласаҡ. Был - бик ҡиммәтле процедура. Термопластик материалды файҙаланып һалынған һыҙыҡтың бер километры 64,5 мең һум булһа, ябай буяу менән һыҙылғаны 12,5 мең һум тора. Шул уҡ ваҡытта термопластик материал йыл буйына тора, ә буяу бер айҙа юйыла”, – ти ведомство етәксеһе.
Мәғлүм булыуынса, һуңғы йылдарҙа төбәктә юлдарҙың сифатын яҡшыртыуға, юл хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә дәүләт тарафынан иғтибар бермә-бер артты. Термопластик һыҙыҡтар һалыу - ил Президентының “май” указын бойомға ашырыу йәһәтенән ҡабул ителгән “Хәүефһеҙ һәм сифатлы автомобиль юлдары” милли проектына ярашлы башҡарылған аныҡ эштәрҙең береһе ул.
Фото: “Башкиравтодор” сәхифәһенән.