Хәүефһеҙлек
24 Января 2020, 14:15

"Өс метрҙай һөйрәлеп барҙым..."

Был хәлдең аяныслы тамамланыуы ла мөмкин ине бит. Һәр ерҙә иғтибарлы, һаҡ булайыҡ!

Ҡала йәмәғәт транспортында йөрөгән кешеләр иғтибар иткәне барҙыр: пассажирҙар автобусҡа инеп йә сығып өлгөрмәҫтән, водитель ишекте шарт ябып ҡуҙғала башлай. Был ваҡытта олораҡ кеше инеп тотоноп өлгөрмәй, ни тегендә, ни бында барып йәтешләп баҫа алмай. Водитель пассажирҙары менән ҡыҙыҡһынмай, бөтә уйы - шул маршруттағы бүтән автобус уны үтеп китмәһен.

Яңыраҡ ҡала хакимиәте сайтында бер ҡатын "ПАЗ" автобусы водителенә ҡарата ялыу яҙып ҡалдырған. Уның менән дә шундай ҡурҡыныс хәл булған: "Дан бульвары" туҡталышында транспорттан төшөп өлгөрмәҫтән, автобустың ишектәре ябылып, ҡуҙғалып китә. Был ваҡытта ҡатындың һул аяғы ҡыҫылып ҡала. Шул көйө водитель пассажирын өс метрҙай һөйрәтеп бара. Ахырҙа ишеген китеп барышлай ғына асып, ҡатындың аяғын ысҡындырта, ә тулыһынса ун метрҙай киткәс кенә туҡтала.

Үҙе менән булған хәлдән һуң ҡатын был автобустың номерын күрһәтеп, водителгә сара күреүҙәрен һораған. "Артабан да ошондай хәлдәр килеп тыумаһын, пассажирҙарҙың ғүмеренә хәүеф янамаһын өсөн әлеге водителде яуаплылыҡҡа тарттырырға кәрәк", - тип яҙған ул.

Ысынлап та, ошондай аныҡ хәлдәр буйынса яуаплы кешеләргә берәй сара күрелһә, ҡалғандарына һабаҡ булыр ине, водителдәр беренсе урынға пассажирҙарының хәүефһеҙлеген ҡуйыр ине.

Фото: vk.com
Читайте нас