Хоҡуҡ һаҡлау органдарына Өфө сиркәүҙәренең береһенән ғариза яҙып, билдәһеҙ кешеләрҙең ҡорамдан затлы әйберҙәр урлағанын еткергәндәр.
Ваҡиға урынында полицейскийҙар шаһиттарҙан һорау алған, видекамераларҙың яҙмаларын ҡараған.
Яҙмала күренеүенсә, талаусылар ҡорамға инә, унан табыныусылар хәйер итеп килтергән ювелир биҙәүестәрҙе алып сығып китә. Бер уғры ҡаса, икенсеһе көмөш төҫтәге "ВАЗ 2114" машинаһына ултырып китә.
Талаусыларға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған. Уларҙы әлеге ваҡытта эҙләйҙәр. Ирҙәргә 25-30 йәш тирәһе, буйҙары – 165-170 см. Енәйәт ваҡытында спорт костюмында булғандар. Был хаҡта республика буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә һәм уларҙы күрһәгеҙ, кисекмәҫтән полицияға хәбәр итеүегеҙҙе үтенә.
Фото һәм видео: 02.мвд.рф