Хәүефһеҙлек
25 Января 2020, 17:20

Улы менән ире... үлтергән

Баш ҡалалағы Октябрь проспекты йорттарының береһендә илле йәшлек ҡатындың мәйете табылған.

Ике Өфө кешеһен бер ҡатынды үлтереүҙә ғәйепләйҙәр.
Тормош булғас, төрлө хәлдәр була. Тик бында шуныһы шаҡ ҡатыра: меҫкенде улы менән ире үлтергән, тиҙәр.
50 йәшлек ҡатынды баш ҡалала Октябрь проспектындағы йорттарҙың береһендәге фатирҙа тапҡандар. Ул туҡмалып үлгән. Был енәйәт 22 ғинуарҙа уҡ башҡарылһа ла, ул турала бөгөн генә билдәле булды, тип яҙа Уфа1 баҫмаһы.
Енәйәттә ҡатындың 21 йәшлек улы һәм 55 йәшлек ире ғәйепләнә. Әйткәндәй, улы бынан ике йыл элек “уғрылыҡ” статьяһы буйынса ултырып сыҡҡан. Тик егет төҙәлеү юлына баҫҡан һәм урындағы ЖЭУ-ла эшләй башлаған, тиҙәр. Һәм бына әлеге хәбәр...
Фото: Уфа1
Читайте нас