Тышта буран тынмай. Өйҙә ултырғандар тәҙрә аша ғына ауыҙ йырһа ла, юлдағыларға ауыр бөгөн. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы иҫкәртә: артыҡ кәрәге булмаһа, юлға сыҡмағыҙ!
Айырыуса республиканың көньяғында хәлдәр ҡурҡыныс. Унда ныҡ ҡар яуа, көслө ел иҫә, юлдарҙа боҙлауыҡ һәм ҡар һырылған. Юлда ни бары 500-1000 метр алыҫлыҡҡа ғына күренә. Һауа температураһы төндә - 5,- 10, көндөҙ -1, -6 градус һалҡын.
Төньяҡта ҡар әҙерәк булһа ла, шулай уҡ яуып тора. Ел көньяҡ-көнбайыштан төньяҡ-көнбайышҡа күсеп иҫә. Төндә ел көсәйә.
Ырымбур яғына йыйынһағыҙ, бөтөнләй юлға сыҡмағыҙ. Бында көслө буран һәм боҙлауыҡ сәбәпле М5 трассаһы ябылған.
Башҡортостандың Баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов та иҫкәртеү менән сығыш яһаны. “Көслө ҡар республиканың барлыҡ тиерлек райондарында көтөлә. Ҡайһы берҙәрендә буран сыға. Водителдәргә дистанция һаҡларға, рөхсәт ителгән тиҙлекте тоторға кәңәш ителә. Йәйәүлеләр шулай уҡ иғтибарлы булығыҙ, юлға сыҡҡан саҡта хәүефһеҙлек тураһында уйлағыҙ” тип яҙҙы ул.