Кисә Ишембай районы Ғүмәр ауылындағы ҡот осҡос янғын тураһында хәбәр иткәйнек.
Унда өс кеше – ике ҡатын һәм бер өс йәшлек малай һәләк булды. Ике йәшлек ҡыҙыҡай иһә иҫән ҡалған. Ул нисек ҡотолған?
Әле был ваҡиға буйынса Енәйәт кодексының 109-сы статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатылды (яңылышлыҡ буйынса ике һәм унан күберәк кешене үлтереү).
"Урынды ҡарап сыҡтылар, кәрәкле тикшеренеүҙәр билдәләнде. Улар һөҙөмтәһе буйынса янғындың нилектән сыҡҡанын һәм кешеләрҙең нисек үлгәнен асыҡлаясаҡтар, - тинеләр Тәфтиш комитетында. – Янғынды күргәндәрҙән, шаһиттарҙан һорау алына. Был енәйәт эшен тикшереүҙе республиканың Тәфтиш комитеты етәкселеге үҙ контроленә алды".
Шулай итеп, ҡурҡыныс янғында 59 һәм 23 йәшлек ике ҡатын, өс йәшлек малай һәләк булды. Ә ике генә йәшлек ҡыҙыҡай иҫән ҡалды. Асыҡланыуынса, уны күршеләре ҡотҡарған. Улар янған йортҡа йүгереп ингән һәм был баланы табып алып сыҡҡан. Әле ҡыҙыҡай дауаханала, хәле уртаса ауырлыҡта, ғүмеренә бер ни ҙә янамай.
Фото: Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәте.