Хәүефһеҙлек
27 Января 2020, 11:40

Әсәһе бәләкәй ҡыҙын ғына сығарып өлгөрә...

Был саҡта Зөлфиә ҡалтыранған ҡулдары менән бәләкәй ҡыҙын тышҡа алып сығып килгән. Ир баланы тотҡан да мәсеткә йүгергән.

Уҙған аҙнаның һуңғы көндәре бик ҡурҡыныс хәбәр менән боҙолдо. Ишембай районының Ғүмәр ауылында сыҡҡан янғында өс кешенең ғүмере өҙөлдө. Янғында 59 йәшлек ҡатын менән уның 23 йәшлек ҡыҙы Зөлфиә һәм өс йәшлек ейәне Дамир һәләк булды. Ике йәшлек Гөлназ иһә иҫән ҡалды, уны күрше ир сығарып өлгөргән.
Бала әлеге ваҡытта Ишембай үҙәк район дауаханаһында. Уны атаһы һәм уның яғынан өләсәһе ҡарай. Район хакимиәте һәм ауыл Советы һәләк булған ғаиләне ерләүҙе үҙ өҫтөнә алған. Ә урында әле тәфтиш-оператив төркөм эшләй, улар янғындың сәбәбен асыҡлай.
Асыҡланыуынса, баланы дүрт бала атаһы, ғаиләнең күршеһе Азамат исемле ир ҡотҡарған. Ул эштән ҡайтып килгән һәм күршеләрендә төтөн күреп ҡалыу менән шул яҡҡа йүгергән. Был саҡта Зөлфиә ҡалтыранған ҡулдары менән бәләкәй ҡыҙын тышҡа алып сығып килгән. Ир баланы тотҡан да мәсеткә йүгергән, бында янғын тураһында иҫкәрткес тора икән. Зөлфиә өйгә кире инеп китә һәм башҡаса сыҡмай...
Билдәле булыуынса, Зөлфиә балалары менән Ғүмәргә былтыр көҙ күсеп килгән. Ҡайһы бер мәғлүмәт сығанаҡтары хәбәр итеүенсә, ул ҡул күтәргән иренән ҡасып килгән.
Был хәлде бөгөн Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә лә ҡаранылар.
– Һис шикһеҙ, был ғаиләгә ярҙам итергә кәрәк. Мин Ишембай районы хакимиәте башлығы менән һөйләштем. Ул белдереүенсә, ғаилә имен булған. Ә етәкселек, ғәҙәттә, имен булмаған ғаиләләрҙе иҫкәртеү менән шөғөлләнә. Әлбиттә, бәхетһеҙ осраҡтар булып тора, тик уларҙы кәметеү сараларын эҙләйек. Бәлки, янғын тураһында иҫкәртеүсе ҡулайламаларҙы биреү исемлеген арттырырға кәрәктер? Был ҙур аҡса түгел, ә ғүмерҙәрҙе ҡотҡара. Һеҙҙән тәҡдимдәр көтәм, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: "Башинформ".
Читайте нас