Авария шаһиттары әйтеүенсә, ике осраҡ та Бикеш ауылы эргәһендә булған. Хайуандар ҡаты имгәнгән. Ауыл халҡы водителдәрҙең бындай ҡылығы өсөн бик борсола, уларҙы юлдарҙа иғтибарлы, уяу булырға саҡыра. Ат тиклем атты юлда күрмәү мөмкинме ни? Хайуандарҙың юлға сығыу ихтималлығын күҙ уңында тотоп, ауылдар эргәһендә тиҙлекте кәметкәндә бындай күңелһеҙлектәр булмаҫ ине. “Хәбәрҙәр – Башҡортостан”дың белдереүенсә, юл ваҡиғаһын тикшереү дауам итә.