Баймаҡ районында күршеһен утын ағасы менән теге донъяға оҙата яҙған йүнһеҙ уҙаманды ҡулға алғандар.
Полиция хеҙмәткәрҙәренә район дауаханаһынан хәбәр иткәндәр: Ҡуянтау ауылынан башы йәрәхәтләнгән ирҙе килтергәндәр, хәле ауыр. Ваҡиға урынына хоҡуҡ һаҡлау органдаоы вәкилдәре барған.
Асыҡланыуынса, 54 йәшлек уҙаман ауылдашы, быға тиклем бер нисә ҡабат хөкөмгә тарттырылған 38 йәшлек ауылдашы менән һүҙгә килгән. Етмәһә, икеһе лә, иҫерек булған. Һүҙ запасы бөткәс, йәшерәге олораҡ иргә ҡаршы һөжүмгә күскән: утын ағасы алып башына тондорған. Был хәлдең шаһиты булған кешеләр “ашығыс ярҙам” саҡырған. Әлеге ваҡытта зыян күреүсе дауахананан сығарылған. Был хаҡта Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Утын ағасы менән күршеһен үлтерә яҙған әҙәмгә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.