Благовар районы Иҫке Күсәрбай ауылында күптән түгел ҙур фажиғә теркәлә: өйөндә ут сығып, 80 йәшлек ҡатын һәләк була.
Был хәлдән һуң “Өйҙәрендә газ булмаған ғаиләләр иҫәптә торамы? Улар нисек күҙ уңында тотола? Янғын булмаһын өсөн ниндәй сара күрелә?” тигән һорауҙар тыуыуы – тәбиғи күренеш.
“Өйҙәренә газ үткәрелмәгән кешеләр төрлө юлдар эҙләй: кемдер мейес яға, икенселәр электр менән эшләгән йылытҡыс тоҡандыра һ.б. Быларҙың барыһының да янғын сығарыуы ихтимал. Электр плитәләре эшләгән осраҡта бар көс сымдарға күсә”, – ти Ҡашҡалы ауыл хакимиәте башлығы Булат Бикмәев.
Благоварҙың һәр ауылында рейдтар үткәреләсәк, тикшереү һөҙөмтәләре район хакимиәтенә тапшырыласаҡ.