Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, Ҡытайҙың Ухань ҡалаһында таралған коронавирус менән 2744 кеше зарарланған.
Әле был ҡалаға инеү һәм сығыу тулыһынса тыйылған, ул тулыһынса уратып алынған, йәмәғәт транспорты эшләмәй. Өфөнән Таһир Измайлов та "ҡамау"ҙа ҡалған. Ул “Рәсәй-1” телеканалы аша тура бәйләнешкә сыҡты.
“Күреүегеҙсә, мин маскала – ул тышҡа сығыу өсөн төп кәрәк-яраҡҡа әйләнде. Ҡаланың үҙендә бер нәмә эшләп булмай. Магазин һәм дарыуханаларҙан тыш, бөтә учреждениелар ҙа ябыҡ. Улары ла 16.00 сәғәткә тиклем генә эшләй”, – тине Таһир Измайлов.
Егет белдереүенсә, әлегә тыуған илгә ҡайтыу мөмкинлеге юҡ. Ҡытай граждандарына ла, шулай уҡ сит ил кешеләренә лә ҡалаға инеү ҙә, сығыу ҙа тыйылған.
"Метро эшләмәй, автобустар йөрөмәй, автомобилдәр ҙә бик һирәк хәрәкәт итә, ҡаланан сығыу мөмкин түгел - хәрбиҙәр уратып алған. Былар - Ҡытай етәкселегенең проблема менән көрәшеү ысулы. Беҙ көтөү хәлендә. Тик бөгөн генә Рәсәй граждандарын эвакуациялауҙары тураһында белдем. Мин үҙем әлегә бер кем менән дә һөйләшмәнем, миңә лә сығыусы булманы, яҡын арала бәйләнешкә инәсәкмен. Билдәһеҙлек борсоуға һала", – тине коронавирус ҡамауында ҡалған яҡташыбыҙ.