27 ғинуар төндә БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының берҙәм диспетчер станцияһына Белорет районының Мәйгәшлә ауылында янғын сығыуы тураһында хәбәр килә.
Ҡотҡарыусылар килеп еткәндә, ағас йортто янғын ялмаған була. Янғынды һүндергән ваҡытта 63 йәшлек ир кешенең кәүҙәһе табыла.
“Тәүтикшереүҙәрҙән күҙалланыуынса, фажиғәнең төп сәбәбе - электр йылытҡысын ҡулланғанда янғын хәүефһеҙлеге ҡағиҙәләрен боҙоу”, - тип хәбәр итәләр БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат-хеҙмәтенән.
Фото: БР буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.