Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итеүенсә, Белорет ҡалаһында 80 йәшлек уҙаман полицияға мөрәжәғәт иткән. Әйтеүенсә, ул банкта иҫәп асҡан һәм ай һайын уны пенсия иҫәбенә тулыландыра барған.
Күптән түгел иһә оло кеше иҫәбен тикшереп ҡараған һәм хайран ҡалған: унда 119 мең һум аҡса етмәй, имеш. Хәлде асыҡлай башлағас, банктағы оператор сумманың былтыр июндә үк иҫәптән алыныуын белдергән.
Тикшереү эше барышында полицейскийҙар шуны асыҡлаған: аҡсаны бабайҙың Магнитогорск ҡалаһынан килеп йөрөгән ейәне алған икән. Ул олатаһында ҡунаҡта саҡта тумбочкала банк картаһын күреп ҡалған, эргәһендә пин-код яҙылған конвертты ла тапҡан. Оҙай уйлап тормаған: егет банкка барып иҫәптән аҡсаны алған. Банкомат бер юлы ҙур суммны бирмәгәс, ул иҫәпте өлөшләтә бушатҡан. 17 операциянан һуң банкомат картаның эшен сикләгән, әммә был мәлгә йүнһеҙ ейән 119 мең һум аҡсаны алып өлгөргән булған. Шунан ул картаны урынына һалған, аҡсаны иһә үҙ мәнфәғәттәрендә туҙҙырып бөтөргән. Әлбиттә, олатаһының аҡсаһын урлағанын бер кемгә лә һөйләмәгән.
Намыҫһыҙ ейәнгә ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.