Хәүефһеҙлек
29 Ғинуар 2020, 07:30

Шул тиклем һыуытырмы?

Ел көньяҡ-көнсығыштан, урыны менән көслө буран сығыуы ихтимал.

Быйыл ҡыш йылы булды, хатта Керәшен һыуыҡтарында иретеп ебәрҙе.
Ниһайәт, үҙебеҙҙең ҡыш килде. “Башгидрометцентр”ҙан хәбәр итеүҙәренсә, бөгөн көндөҙ урыны менән һауа температураһы –20 градусҡа тиклем етәсәк, төндә термометр бағаналары –20, –25, урыны менән –26, –31 градусҡа тиклем төшөүе ихтимал.
30 ғинуарҙа бер аҙ ҡар яуыуы, ҡайһы бер райондарҙа буран, боҙлауыҡ булыуы мөмкин. Юлдарҙа ҡар һырынтылары, боҙлауыҡ көтөлә. Ел көньяҡ-көнсығыштан, урыны менән көслө буран сығыуы ихтимал. Был көндө төнөн һауа торошо –11, –16 градусҡа тиклем төшәсәк, аяҙытҡанда –18, –23 градус булыуы көтөлә, көндөҙ иһә термометр бағаналары –4, –9 градусҡа күтәреләсәк, ти синоптиктар.
Фото: Ugranow.ru
Читайте нас