Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, Йылайыр районының Яманһаҙ ауылында булған янғындан юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары – полицияның өлкән лейтенанты Рушан Вәлиев һәм полиция лейтенанты Тимур Илембетов ике оло кешене һәм өс баланы ҡотҡарып ҡала.
Төндә ауыл буйлап юл-патруль хеҙмәте инспекторҙары дежур итә. Шул саҡта улар янған йортто күреп, ашығыс хеҙмәттәрҙе саҡыра һәм үҙҙәре йәһәтләп шул урынға бара. Ихатала тәне бешкән 51 йәшлек ирҙе осратып, уны тиҙ арала ситкә алып сығып, тәүге ярҙам күрһәтәләр. Шул арала “ҡыҙыл әтәс” хужалыҡтан бер ҡатлы йортҡа күсә. Унда кешеләр булғаны асыҡлана, шул иҫәптән балалар ҙа. Полиция хеҙмәткәрҙәре ут эсенә ташланып, унан 67 һәм 68 йәшлек йорт хужаларын, уларҙың кескәй өс ейәнен алып сыға.
Полицияның һәм ашығыс хеҙмәт күрһәткәндәрҙең тәүәккәллеге, тиҙ арала эш итеүе арҡаһында кеше ғүмерҙәре өҙөлмәй ҡала, янғын тиҙ һүндерелә. Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығы етәкселеге ҡыйыу полиция хеҙмәткәрҙәрен бүләкләргә ниәтләй.
Фото район хакимиәте сайтынан.