Хәүефһеҙлек
1 Февраля 2020, 16:37

Машина тотошлай янып бөтә

Водитель кассала түләп торған арала ҡапыл шартлау яңғырай...

Бөгөн Мәләүез ҡалаһында саҡ ҙур фажиғә булманы. Бәхетле осраҡлыҡ менән генә ваҡиға ҡорбандарһыҙ тамамланды.
Газ менән заправкалау станцияһында ҙур шартлау булды. Асыҡланыуынса, "Рено Логан" автомобиленың багажнигында ятҡан газ баллоны шартлай. Водитель был саҡта кассала түләп торған. Машина янында бер кем дә булмаған.

Шартлау ҡаланың Элеватор майҙанында 4-се газ менән заправкалау станцияһында теркәлә. Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, машина янып бөтә, ут башҡа объекттарға күсмәй, янғын һүндереүселәр ярҙамы талап ителмәй.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас