Рәсәй Ҡытай менән авиабәйләнеште сикләне.
Ҡытайҙағы хәл бар яҡлап та һаҡланыу сараһын күреүҙе талап итә. Шуға ла төбәктәрҙән даими рейстар ябылған, Мәскәүҙән "Аэрофлот", "Air China", "Hainan Airlines", "China Eastern Airlines", "China Southern Airlines" компанияларының самолеттары ғына оса. Илебеҙҙең баш ҡалаһынан барлыҡ рейстар Шереметьевола F терминалынан ғына башҡарыла, ҡалған халыҡ-ара рейстар В-ға күсерелгән.
Рәсәй Президенты Владимир Путин бойороғо буйынса, Ҡытайҙың коронавирус ныҡ таралған райондарынан граждандарыбыҙҙы эвакуациялауға хәрби самолеттар йәлеп ителәсәк. Рәсәй Ҡораллы көстәр министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, һәр экипажда хәрби медицина хеҙмәткәрҙәре, вирусология өлкәһендәге белгестәр буласаҡ.
“Был мәсьәлә буйынса килешеү ваҡыт талап итте, шуға ла Рәсәй граждандарын эвакуациялау 3-4 февралдә бойомға ашырыласаҡ”, – тине Рәсәй Президентының матбуғат секретары Дмитрий Песков.
Мәғлүм булыуынса, әле 259 кеше коронавирустың ҡорбаны булған, 12 меңдән ашыу кеше зарарланған. Күрһәткес һаман арта бара. Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы был сирҙе халыҡ-ара кимәлдәге ғәҙәттән тыш хәл тип таныны.