Бөгөн Республика йортонда Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров видеокәңәшмә режимында Юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге буйынса ведомство-ара комиссияның ултырышын үткәрҙе.
Унда ҡатнашыусылар юл-транспорт ваҡиғаларының төп сәбәптәрен, төбәктең автомобиль юлдарында авария осраҡтарын кәметеү буйынса сараларҙы барланы.
"Берҙәм эш һөҙөмтәһендә юл-транспорт ваҡиғаларында үлем осраҡтарын кәметеү йәһәтенән 2019 йылды яҡшы ғына күрһәткестәр менән тамамланыҡ, тиҫтәләрсә ғүмерҙәрҙе ҡотҡарып алып ҡалдыҡ, – тип билдәләне Радий Хәбиров. – Әммә ғинуарҙа авария осраҡтары һәм уларҙа һәләк булған граждандар һаны йәнә артты. Әйҙәгеҙ, был күренештең сәбәбе ниҙә булыуын асыҡлайыҡ, насар күрһәткестәргә юл ҡуймау өсөн ниндәй саралар күреү зарурлығын барлайыҡ".
Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының ЮХХДИ идаралығы начальнигы Динар Ғилметдинов быйылғы йылдың ғинуарына ҡарата статистика мәғлүмәттәре менән таныштырҙы. Бер ай эсендә республика юлдарында 41 кешенең ғүмере өҙөлгән, был былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда һигеҙгә күберәк. 276 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән. Шул иҫәптән 171 осраҡҡа юл шарттарының насар булыуы сәбәпсе булған. Аныҡлап әйткәндә, ҡышҡы осорҙа юлдар, тротуарҙар таҙартылып етмәй, юлға һыҙылған билдәләр күренмәй, йәйәүлеләр өсөн сикләүҙәр, кәрәкле билдәләр юҡ.
Республиканың Юл хужалығы идаралығы етәксеһе Алан Марзаев белдереүенсә, төбәк һәм муниципаль-ара юлдарҙағы кеше үлеменә бәйле аварияларҙың күпселек өлөшөнөң сәбәбе һауа шарттарына ла барып тоташа. Шул уҡ ваҡытта хеҙмәтләндереүсе ойошмаларҙың техника паркы иҫкергән, юл эштәрен тулы күләмдә башҡарыуҙа ҡатмарлыҡтар тыуа.
Башҡортостан Башлығы өҫтәмә рәүештә махсус техника һатып алыуҙы ойошторорға ҡушты. Бынан тыш, ЮХХДИ тарафынан үткәрелгән профилактик операцияларҙың һөҙөмтәлелеген арттырыу, ихтыяж булған урындарға юл билдәләре ҡуйыу мәсьәләләре лә күтәрелде. Улар хаҡында күсмә “Транспорт сәғәте”ндә ентекле һөйләшеү буласаҡ.
"Республика юлдарында үлем осраҡтары артыуҙы туҡтатырға тейешбеҙ. Был бик етди мәсьәлә", – тип билдәләне Радий Хәбиров.