Хәүефһеҙлек
3 Февраля 2020, 14:50

Иҫереккә ...тимер юлы тубыҡтан

44 йәшлек Күмертау кешеһен тепловоз бәрҙергәне асыҡлана.

Кисә Стәрлетамаҡ станцияһының тимер юлында күп йәрәхәттәрҙән хәрәкәтһеҙ ятҡан 44 йәшлек Күмертау кешеһе табыла. Һуңғараҡ уны тепловоз бәрҙергәне асыҡлана.
“Ир кешенең балтыр тирәһенән ике аяғы, умыртҡа һөйәге һынған. Шулай уҡ баш һөйәге, мейеһе зыян күргән. Ауыр йәрәхәттәр менән ул дауаханаға оҙатыла”, - тип хәбәр итәләр Волга буйы транспорт прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән.
Тәү тикшереү асыҡлауынса, Күмертауҙа йәшәгән граждан иҫерек килеш тимер юлы буйлап атлап килгән була. Ғәҙәттән тыш хәлдең бөтә сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эше бара.
«Башинформ» фотоһы.
Читайте нас