Хәүефһеҙлек
3 Февраля 2020, 17:25

“Планета”ла халыҡ ниңә мәж килгән?

Сауҙа үҙәгенән халыҡты тиҙ арала эвакуацияларға тура килә.

Бөгөн кис Өфөнөң Энтузиастар урамында урынлашҡан “Планета” сауҙа үҙәгенән халыҡты тиҙ арала эвакуацияларға тура килә.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса идаралағы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сауҙа үҙәгенең янғын сигнализацияһы эшләп китеүе тураһында хәбәр алына. Ут сығыу хәүефе булған урынға 15 берәмек техника һәм 55 хеҙмәткәр ебәрелә. Бәхеткә күрә, янғындың булмауы асыҡлана.
Бөтәһе 600-ҙән ашыу кешене эвакуацияларға тура килгән, шуның 80-е балалар. Зыян күреүселәр юҡ.
Ваҡиғаның сәбәптәре асыҡлана.
Фото "Башинформ"дан.
Читайте нас