Хәүефһеҙлек
4 Февраля 2020, 15:20

Һаҡ булығыҙ: аҡса урлайҙар!

Өфөлә үҙҙәрен банк хеҙмәткәремен тип танытып, алдап йөрөүселәр күбәйҙе.

Өфөлә үҙҙәрен банк хеҙмәткәремен тип танытып, алдап йөрөүселәр күбәйҙе. Баш ҡала полицияһының дежур бүлектәренә үҙҙәренә ҡарата мутлыҡ ҡылыуҙары хаҡында ғариза яҙыусылар күбәйгән. Үткән тәүлектә генә дүрт кеше ошо хаҡта хәбәр иткән.
Мутлыҡтың алымы ябай: кеҫә телефонына шылтыратыусылар үҙҙәрен банктың именлек хеҙмәте хеҙмәткәремен тип таныштыра. Улар банк картаһынан аҡса урлауҙары ихтималлығы, шуға уны икенсе иҫәпкә күсереү, ә бының өсөн пароль кәрәклеге хаҡында белдерә. Ошо һүҙҙәргә ышанған ҡайһы бер кешеләр бар әйтелгәндәрҙе лә теүәл үтәгән. Күрелгән зыян күләме 230 мең һум тәшкил иткән. Аҙаҡ, күпмелер ваҡыт үткәс, улар үҙҙәренең алданғанлығын аңлаған һәм полицияға мөрәжәғәт иткән.
Мутлыҡ тоҙағына эләкмәҫ өсөн бар мәғлүмәтте лә ентекле өйрәнергә кәңәш итәбеҙ. Бер ҡасан да ят кешеләргә банк карталары һәм иҫәп тураһындағы мәғлүмәтте хәбәр итмәгеҙ.
Фото: pikabu.ru.
Читайте нас