Хәүефһеҙлек
4 Февраля 2020, 11:30

Бына һиңә, “туғаны”...

Иң аяныслыһы – көн һайын тиерлек ҡалала мутлашыу осраҡтары теркәлгән. Мәҫәлән, 80 йәшлек инәйгә бер ир шылтыратҡан, ул үҙен инәйҙең туғанымын тип танытҡан. Бурысҡа аҡса һораған...

Башҡортостан буйынса Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, полицияға төрлө ваҡиғалар буйынса 607 мөрәжәғәт итеү булған. 16 уғрылыҡ, 8 мутлыҡ, бер машина ҡыуыу, наркотик матдәләр һатыуҙың ике осрағы теркәлгән.
157 тапҡыр хоҡуҡ һаҡлау органдары ғаилә низағтарын араларға сыҡҡан, 459 тапҡыр юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлгән, шул иҫәптән, ете осраҡта водителдәр иҫерек булған. Насвай һатыу осрағы ла теркәлгән. Тикшереү эше бара.
Иң аяныслыһы – көн һайын тиерлек ҡалала мутлашыу осраҡтары теркәлгән. Күпселек осраҡта енәйтселәр үҙҙәрен банк хеҙмәткәре тип танытып, кешеләрҙең ышансын яулай һәм алдап аҡса сараларын ала. Был хаҡта матбуғат саралары һәм полиция хеҙмәткәрҙәре даими иҫкәртеп торһа ла, мутлашыусылар тоҙағына эләгеүселәр табылып тора.
Мәҫәлән, ошо көндәрҙә 52 йәшлек ханым 13 мең һум аҡсаһынан ҡолаҡ ҡаҡҡан, унан алда 66 йәшлек пенсионерҙың иҫәбенән алдап, 15 мең һум аҡса алғандар.
80 йәшлек инәй иһә сит кеше иҫәбенә 31 мең һум аҡса күсергән. Асыҡланыуынса, уның телефонына бер ир шылтыратҡан. Ул үҙен инәйҙең туғанымын тип танытҡан. Бурысҡа аҡса һораған. Оло кеше, ысынлап та, шылтыратыусыны туғаны тип уйлаған һәм банкка барып, баяғы әҙәмдең иҫәбенә аҡса ебәргән.
Хөрмәтле граждандар, һаҡ булығыҙ, банк картаһындағы мәғлүәмәтте бер ваҡытта ла бер кемгә лә әйтмәгеҙ! Телефон аша бигерәк тә! Шулай уҡ, телефон аша бер генә лә операция яһамағыҙ – был мутлашыусыларҙың төп алдау ысулы!
Фото: s.mediasole.ru
Читайте нас