Хәүефһеҙлек
5 Февраля 2020, 11:00

Өләсәһенең балдаҡтарына ҡыҙыҡҡан...

Стәрлетамаҡ ҡалаһында полицияға 77 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Ул өйөндә ике алтын балдағын таба алмай икән. Әйтеүенсә, был енәйәтте уның 19 йәшлек ейәне эшләгән.

Стәрлетамаҡ ҡалаһында полицияға 77 йәшлек ханым мөрәжәғәт иткән. Ул өйөндә ике алтын балдағын таба алмай икән. Әйтеүенсә, был енәйәтте уның 19 йәшлек ейәне эшләгән. Был хаҡта республика буйынса Эске эштәр министрлығы хәбәр итә.
Полицияға килер алдынан оло йәштәге кеше оҙаҡ ҡына уйланып йөрөгән, бәлки, ейәнем намыҫланып китер ҙә, балдаҡтарҙы кире ҡайтарыр, тип өмөтләнгән. Әммә көткәне аҡланмағас, ул ғариза яҙырға мәжбүр булған.
Әбей менән ейәне бер фатриҙа йәшәүе асыҡланған. Егет, 19 йәштә генә булыуына ҡарамаҫтан, бығаса талау өсөн хөкөм ителгән, әммә аҡылына ултырырға уйламай ҙа, һаман тәртипһеҙ тормош рәүеше алып бара икән. Букмекер контораларында ваҡыт уҙғарыуы, аҡса туҙҙырыуы мәғлүм. Сираттағы уйында аҡсаһын отторғас, ул өләсәһенең алтын балдаҡтарын һатып “байымаҡсы” булған, уларҙы ломбардҡа тапшырып, 8 мең һум аҡса алған.
Полиция хеҙмәткәрҙәре уғрыны тотҡан, уға ҡаршы енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: saratov24.tv
Читайте нас