Хәүефһеҙлек
6 Февраля 2020, 12:00

Экспертиза һөҙөмтәләре ҡасан әҙер буласаҡ?

Әйткәндәй, ғәйепләнеүсе Руслан Мөхәтовты биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.

Бөтә Рәсәй халҡы Рәмил Шәмсетдинов тирәләй ваҡиғаны, ҡасан суд, экспертиза һөҙөмтәләре әҙер булыуын түҙемһеҙләнеп көтә.
Суд инстанцияһы картотекаһына ҡуйылыуынса, Рәмил Шәмсетдинов ҡаза күреүсе булараҡ ҡаралған енәйәт эшенең тәүге ултырышы 14 февралдә Чита хәрби гарнизон судында буласаҡ. Бынан тыш, фажиғә мәлендә ауыр йәрәхәт алған Евгений Графов та частағы уставҡа хас булмаған мөнәсәбәттәрҙән ҡаза күреүсе булып танылған. Әйткәндәй, ғәйепләнеүсе Руслан Мөхәтовты биш йылға тиклем иркенән мәхрүм итеүҙәре ихтимал.
Ъ-Урал» агентлығы мәғлүмәттәре буйынса, Рәмил Шәмсетдиновты психиатрия тикшереү бер ай самаһы барыр тип көтөлә, ә экспертиза һөҙөмтәһе март аҙаҡында әҙер буласаҡ.
Фото: “Бәйләнештә”
Читайте нас