Хәүефһеҙлек
6 Февраля 2020, 06:00

Кем ғәйепле - атмы, машинамы?

Руль артында ултырған 57 йәшлек водитель хайуанды шәйләмәй ҙә ҡала, автобусы менән төкөтә

Салауат районында иртән иртүк юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде. Мишәгәр-Торналы- Мөрсәлим юлы буйлап барғанда мәктәп автобусы ҡаршыһына ат сабып килеп сыға. Руль артында ултырған 57 йәшлек водитель хайуанды шәйләмәй ҙә ҡала, автобусы менән төкөтә.
Салонда егерме бала менән бер өлкән кеше була. Бәхеткә күрә, бер кем дә йәрәхәтләнмәй, барыһы ла иҫән–һау. Юлда ирәүәнләп йөрөгән йылҡы өйөрө хужаһы - урындағы фермер административ яуаплылыҡҡа тарттырылған, тип хәбәр итә ProUfu порталы.
Мал-тыуар ҡатнашлығындағы авариялар йыш булып тора. Бында ғәйеп “атта ла , тәртәлә лә” бар кеүек. Беренсенән, фермер малын ҡарауға илтифатһыҙ, ғәмһеҙ , икенсенән, ике тиҫтәнән ашыу кешене автобусында алып барған водитель дә уяулығын юғалтҡан. Юлда йөрөүселәр тәбиғәт көйһөҙлөктәрен дә иҫәпкә алһын, хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен теүәл үтәһен ине.
Фото:ProUfu
Читайте нас