Дыуан районы полицейскийҙары хәбәрһеҙ юғалған Имиль Асбағановты эҙләй. Үҫмер ошо йылдың 3 февралендә өйҙән сығып киткән. Мәғлүмәт Башҡортостан Эске эштәр министрлығы сайтына ҡуйылған.
18 йәштә, буйы 165-170 сантиметр, сәсе ҡара, ҡарпыш ҡолаҡлы. Өҫтөндә – ҡышҡы ҡара төҫтәге, капюшонлы куртка, күк өҫтәге спорт салбары, аяҡтарында - 45-се үлсәмле аҡлы-ҡаралы кроссовка, арҡаһында - ҡара төҫтәге биштәр.
Имилдең ҡайҙа булыуы тураһында ниндәйҙер мәғлүмәт белгән хәлдә, түбәндәге телефондарға шылтыратығыҙ: 8-999-74-20-017, 8-965-64-03-913, 02, 020, 002.
Эске эштәр министрлығы граждандарҙан тағы ла бер үҫмерҙе табышыуҙа ярҙам һорап мөрәжәғәт итә. Кирилл Блюденов атлы үҫмер 31 ғинуарҙа Нефтекамала йортонан сығып китә һәм әйләнеп ҡайтмай. Уға яңы ғына 18 йәш тулған, сәстәре аҡһыл-һары төҫтә, ҡара курткала һәм шул уҡ төҫтәге шапкала булған. Уның ҡайҙалығын белһәгеҙ, зинһар, түбәндәге телфондарға шылтыратығыҙ: 8-987-48-24-303, 02, 020, 002.
Фото: Эске эштәр министрлығы