Хәүефһеҙлек
7 Февраля 2020, 07:30

Улар ҡар таҙартҡанда баланы кем ҡарарға тейеш?

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың бер балалар баҡсаһында аяныслы хәл теркәлгән.

Ошо көндәрҙә баш ҡаланың бер балалар баҡсаһында аяныслы хәл теркәлгән: тәрбиәселәр ихаталағы ҡарҙы таҙартҡансы, бер малай умыртҡа һөйәгенә зыян килтергән.
Баланың атаһы Сергей Лайко дәғүә белдерә: әйтеүенсә, баҡса мөдире барлыҡ тәрбиәселәргә лә ҡар таҙартырға ҡушҡан, ә балалар ҡарауһыҙ ҡалған. Малай тауҙан шыуып төшкән, уның артынан бер ҡыҙ ҡыуып етеп, аяғы менән кәүҙәһенә төртөлгән, һөҙөмтәлә малайҙың сәләмәтлегенә зыян килгән. “Бала мәктәпкә әҙерлек төркөмөнә йөрөү урынына дауаханала ятырға мәжбүр, ҡатыным да эшкә йөрөй алмай, уны ҡарай”, – тип белдерә атай.
Әйтеүенсә, баҡсала урам һепереүсе лә, ҡар таҙартыу техникаһы ла бар, әммә ихата таҙартыу эштәренә тәрбиәселәрҙе лә йәлеп итәләр.
Сергей Лайко был хәл хаҡында хоҡуҡ һаҡлау хеҙмәткәрҙәренә хәбәр итмәксе.
Балалар баҡсаһында ваҡиғаға бәйле рәсми аңлатма бирмәгәндәр, беҙҙә бер ниндәй ҙә ғәҙәттән тыш хәл теркәлгәне юҡ, тип белдергәндәр. Беҙ ҙә ваҡиға ағышын күҙәтеп, уның нескәлектәре асыҡланыу менән хәбәр итәсәкбеҙ.
Фото: gorobzor.ru
Читайте нас