Хәүефһеҙлек
8 Февраля 2020, 08:05

Миһырбанлы эшҡыуар табылып...

Вәхшиҙәрсә үлтерелгән Гөлназдың кәүҙәһен тыуған яғы Әлшәйгә алып барып ерләү хәстәрен үҙ иңенә алған.

Өфөгә балаларын күрергә тип килгән Гөлназ. И.-ның аяныслы яҙмышы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Низағ мәлендә эскән иренең уны вәхшиҙәрсә үлтереп, сәсен тунап, ҡанға батҡан кәүҙәһен урамға сығарып бәргәне мәғлүм.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үлгәндән һуң да 31 йәшлек ҡатындың йәне тыныслыҡ таба алманы: уның кәүҙәһенең баш ҡала моргында ятҡаны, туғандарының алып ҡайтып, ер ҡуйынына тапшырырға йыйынмауы хаҡында билдәле булды. Хәл шулай дауам итһә, биш бала әсәһененең кәүҙәһен дәүләт иҫәбенә билдәһеҙ граждандар менән бергә ерләйәсәктәр ине. Был хаҡта матбуғат саралары хәбәр иткәс, баш ҡалала миһырбанлы эшҡыуар табылып, сауаплы эш башҡарыуы - вәхшиҙәрсә үлтерелгән Гөлназдың кәүҙәһен тыуған яғы Әлшәйгә алып барып ерләү хәстәрен үҙ иңенә алыуы мәғлүм булды. Тыныс йоҡлаһын Гөлназ...
Фото: bash.news.ru
Читайте нас