Хәүефһеҙлек
8 Февраля 2020, 17:10

Рәмилде карцерға япҡандар

Тотҡондар уның менән хатта аҙығын бүлешкән, ә бына Иркутскиға еткәс...

Рәмил Шәмсетдиновты Читанан Мәскәүгә үтә оҙаҡ алып килеүҙәре, атаһының улын юғалтыуы хаҡында хәбәр икәйнек инде. Ошо көндәрҙә бының сәбәбе билдәле булды.

Һалдаттың адвокаты Руслан Нәғиев уның Читанан Мәскәүгә алып килгән юлды ауыр үткәреүен хәбәр итә. Әле егет Сербский исемендәге психиатрия үҙәгендә экспертиза үтә.

«Рәмилде Иркутск – Новосибирск – Силәбе ҡалалары аша алып килгәндәр, - ти Нәғиев. - Бөтә ерҙә яҡшы ҡаршы алғандар, тотҡондар хатта аҙығы менән бүлешкән. Ә Иркутскиҙа, сәбәбен дә аңлатмайынса, уны 11 көнгә карцерға япҡандар. Шулай уҡ шәхси яҙмаларын тартып алғандар һәм әлегәсә кире бирмәгәндәр. Унда Рәмил ныҡ хәлһеҙләнгән, ябыҡҡан”.
Адвокат Шәмсетдиновты экспертизанан һуң ҡабат Читаға Иркутск аша алып барасаҡтарын, шуға ла ул ялыу бирергә ниәтләүен хәбәр итә.
Фото: “Бәйләнештә”.
Читайте нас