Хәүефһеҙлек
9 Февраля 2020, 13:57

Мәрхүмдең күршеһе ул көндә ниҙәр күргән?

Малайҙарҙы яҡлап, педофил тип нарыҡланған кешене туҡмап үлтергән Владимир Санкинға бәйле ваҡиғала яңы мәғлүмәттәр билдәле булды.

Малайҙарҙы яҡлап, педофил тип нарыҡланған кешене туҡмап үлтергән Владимир Санкинға бәйле ваҡиғаны ошо көндәрҙә "Мужское и женское" тапшырыуында ла тикшерҙеләр.
Бында мәрхүмдең күршеһе Валерий Бочкарев ул көндә булған хәл тураһында яңы мәғлүмәттәр еткерҙе.

"Киске сәғәт ун тирәһендә 12-14 йәшлек ике малайҙы күрҙем. Береһе тәмәке тартып тора ине, уны икенсеһенә лә тәҡдим итте. Шул ваҡыт күрше ир сығып ҡайҙалыр йүнәлде, ә әлеге балалар – уның артынан. Бер аҙ барғас, кире боролдолар. Ир бүлмәһен асты, малайҙар ҙа эйәрҙе. Унда ун минут самаһы булдылар. Шунан малайҙар ишек алдына сығып, уның тәҙрәһенә ҡар бәрә башланы. Ҡотороп йөрөйҙәрҙер тип уйланым. Малайҙар ирҙең фатирына тағы инде, тағы сыҡты. Күрше лә сыҡты ла улар артынан йүгерҙе, тегеләр ҡасты. Бер аҙҙан ир туҡтаны ла ҡулы менән балаларға килергә әйҙәне, тегеләр ипләп кенә яҡынланы..." – тип һөйләй Бочкарев.

Ирҙең малайҙарға спиртлы эсемлек тәҡдим иткәнен дә асыҡлаған тапшырыу журналистары. Тик был һүҙҙәрҙе малайҙарҙың береһенең ағаһы инҡар итә. Уның һүҙҙәренсә, уҡыусыларҙың тәртибе лә, уҡыуы ла бик насар ҙа, бик яҡшы ла түгел.

Бына шулай, ул көндәге ҡатмарлы ваҡиғаға көндән-көн яңы факттар өҫтәлеүен, яңы шаһиттар табылыуын дауам итә. Әлегә Владимир Санкин өйҙә һаҡ аҫтында, уға икенсе ҡалаға сығып китеү, кеше менән осрашыу, телефон аша бәйләнеш тотоу тыйылған.

Фото: vk.com
Читайте нас