Хәүефһеҙлек
9 Февраля 2020, 07:39

Яҡташтарыбыҙ Мәскәүҙә суд бүлмәһен яндырған

6 февралдә ҡылына был енәйәт...

Мәскәүҙә 1993 һәм 1979 йылғы ике яҡташыбыҙҙы ҡулға алғандар. Улар ҡаланың Никулинский район суды кабинетын яндырыуҙа ғәйепләнә.
Егеттәр был енәйәтте ҡылыуҙағы өлөшөнә ҡарап, Рәсәй Енәйәт кодексының 294-се (хоҡуҡи ғәҙеллек урынлаштырыуға ҡамасаулау) һәм 167-се (яндырыу юлы менән милекте яуыз ниәттә юҡҡа сығарыу) статьялары буйынса ғәйепләнә.

"ТАСС" мәғлүмәт агентлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 40 йәшлек Өфө егете Руслан Ибраһимов үҙ ғәйебен танып, тәфтиш органы хеҙмәткәрҙәре менән хеҙмәттәшлек итергә ризалашҡан. Суд ҡарары буйынса, ул ике айға һаҡ аҫтына алынған.

Ҡулға алынған 26 йәшлек Рәфис Ғәлимов та Өфөнән булған. Ул "Utair" аваикомпанияһында стюард булып эшләгән. Уны Дүшәнбенән ҡайтҡас, аэропортта ҡулға алалар.

Мәғлүм булыуынса, 6 февралдә билдәһеҙ кешеләр ниндәйҙер шыйыҡса тултырылған шешәне суд кабинетына ырғытып, беренсе ҡаттағы кабинетты яндырған. Бер кем дә зыян күрмәгән, янғын шунда уҡ һүндерелгән, шулай уҡ документтар ҙа зыян күрмәгән.

Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас