Хәүефһеҙлек
10 Февраля 2020, 07:55

Һәләк булыусылар кәмегән

Аҙна буйы буранлап тороп, юл шарттары насар булһа ла, үлеме кәметеүгә өлгәшелде.

Аҙна эсендә республика юлдарында бер кеше һәләк булды. Аҙна буйы буранлап тороп, юл шарттары насар булһа ла, үлемде кәметеүгә өлгәшелде. Уҙған аҙналағы авариялар тураһында Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты рәйесе Тимур Мөхәмәтйәнов һөйләне.
– Уҙған аҙнала 65 юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлде, былтырғы ошо осор менән сағыштырғанда 15-кә кәмерәк. Уларҙа 87 кеше йәрәхәтләнде (42-гә кәмерәк) һәм бер ҡатын һәләк булды. Был аҙнала хәл бер аҙ яҡшырғас, үткән йылдың ошо ваҡыты менән сағыштырғанда күрһәткестәр тиңләшә яҙҙы, йыл башынан 43 кеше үлгән, былтыр 44 булған, – тине ул.
Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров был йәһәттән тағы ла тырышыбыраҡ эшләргә ҡушты.
– Элегерәк, алкоголгә ҡаршы программалар эшләмәгән саҡта йылына 1300-ләп кеше үлә торғайны. Хәҙер кәмене, әлбиттә. Әммә барыбер күп. Былтыр республика юлдарында 469 кеше һәләк булған. Быйыл был һан 400-ҙән артмаһа ине, – тине Радий Фәрит улы.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас