Сираттағы ҡырағай хәл республиканың Мәләүез районында кисә төндә булған. Райондың Нөгөш ауылында көрттә ике йәшлек малай баланы табып алғандар. “КП-Уфа” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, малайҙың әсәһе өйҙәше менән күршеһенә самогон алырға киткән, ә бала тураһында “онотҡан”.
Асыҡланыуынса, малайҙың 23 йәшлек әсәһе тәүге иренән айырылған һәм икенсе ир менән Нөгөш ауылында йәшәгән. Улар йыш ҡына эскән, бер ҡайҙа ла эшләмәгән. Йәш ҡатын балаһын да йүнләп ҡарамаған, уға ауылдаштары нимә биргән шуны кейҙергән. Балалар баҡсаһына ла йөрөтмәгән. Күршеләре белдереүенсә, баланың атаһын төрмәгә ултыртҡандан һуң ҡатын шулай насар яҡҡа үҙгәргән.
- Ире инде ике йыл Салауат төрмәһендә ултыра. Яңылышлыҡ менән кешене үлтергәне өсөн ете йылға яптылар. Ҙур мөхәббәт буйынса өйләнешкәйнеләр. Матур итеп никах уҡыттылар, балалары тыуҙы. Тик ирен ултыртып ҡуйғас, ул икенсе ир тапты. Уныһы һәр ваҡыт эсә, уға эйәреп ҡатын да эсә башланы. Хәҙер рюмкаһыҙ бер көнө үтмәй, - тигән күршеләре.
Балаға килгәндә, әле ике төрлө фараз бар. Беренсеһе буйынса, пар йәнә эскән һәм алкоголь бөткәс төндә күршеһенә самогон алырға киткәндәр. Артабан нимә булғанын улар иҫләмәй, бала тураһында уйламаған да. Төн уртаһында полиция уларҙы уятҡан һәм күршеләренең баланы тапҡанын әйткән.
Баланың нисек тышҡа сыҡҡанын әле белмәйҙәр. Йә уны әсәһе үҙҙәре менән шәлгә төрөп алған һәм бала төшөп ҡалған, йә йоҡлап ятҡан бала уянған һәм әсәһен эҙләп тышҡа сыҡҡан. Баланы күршеләре тапҡан, улар уның илағанын ишетеп ҡалған. Сабый ни бары футболка һәм колготкиҙа ғына булған. Был төндө 25 градус һалҡын булған. Күпме ҡарҙа ятҡандыр, билдәле түгел.
Икенсе фараз буйынса, әсәләре йоҡлап ятҡан саҡта, бала тышҡа сығып киткән һәм өшөгән.
Нисек кенә булмаһын баланы шул уҡ төндө Мәләүез дауаханаһына ауыр хәлдә алып китәләр. Бала ныҡ туңған һәм хатта ҡыбырламаған да. “Үлер ул” тигәндән һуң мөғжизә менән бала иҫән ҡалған. Әле сабый яһалма тын алыу аппараты аҫтында ята. Ошо арала уны өләсәһе менән бергә Өфөгә күсерергә йыйыналар.
Әсә кешегә килгәндә, әле уның менән тәфтишселәр эшләй. Уға ҡарата ике енәйәт эше ҡуҙғатылған: һаҡһыҙлыҡ арҡаһында һаулыҡҡа ауыр зыян килтереү һәм хәүефле осраҡта ҡалдырыу. Хәҙер уйлармы икән ул ҡатын, нимә ҡәҙерлерәк: баламы, эскеме?