Хәүефһеҙлек
12 Февраля 2020, 15:00

Алты метр бейеклектән ҡолаған

Фажиғә нилектән килеп сыҡҡан, предприятиела хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек шарттарын булдырыу буйынса саралар күрелгәнме – быларҙың барыһын да тикшереү асыҡлар.

БР Дәүләт Хеҙмәте инспекцияһы Өфө районының Булгаков ауылында теркәлгән бәхетһеҙ осраҡтың сәбәптәрен асыҡлау буйынса тикшереү эштәрен башланы.
Фажиғәле хәл алкоголь продукцияһы етештереү заводында күҙәтелә. 39 йәшлек хеҙмәткәр 6 метр бейеклектән предприятие биләмәһендәге техник уйымға ҡолап төшә.
Зыян күреүсене ашығыс рәүештә ҡаланың 22-се дауаханаһына килтерәләр. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул медицина учереждениеһында ауыр йәрәхәттәрҙән йән бирә.
Фажиғә нилектән килеп сыҡҡан, предприятиела хеҙмәтте һаҡлау һәм хәүефһеҙлек шарттарын булдырыу буйынса саралар күрелгәнме – быларҙың барыһын да тикшереү асыҡлар.
Фото: ГорОбзор.ру
Читайте нас