Хәүефһеҙлек
15 Февраля 2020, 18:25

Аҡморон ауылында - оло ҡаза

Янғынды һүндергәс, 43 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған...

Баймаҡ районында сыҡҡан янғындан һуң 43 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табылған.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, янғын Баймаҡ районының Аҡморон ауылында була. “Ҡыҙыл әтәс” шәхси йорттоң бүрәнә ҡаралтыларына тоҡана. Ут сығыу тураһында хәбәр алыныу менән ҡотҡарыусылар тиҙ арала килеп етә. Ағас йорттағы янғынды тулыһынса һүндергәс, 43 йәшлек ирҙең үле кәүҙәһе табыла.
Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Башҡортостан буйынса Баш идаралығы тәүтикшеренеүселәре һәм тәфтишселәр янғындың сәбәбен асыҡлай.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас