Хәүефһеҙлек
15 Февраля 2020, 07:05

Ҡайҙа һин, Наил?

Хәрби частан 23 йәшлек Әбйәлил егете юғалған. Әсәһенең түҙемлеге бөтөп...

Силәбе өлкәһенең Сыбаркүл районындағы хәрби частан 23 йәшлек Наил Ҡыҙрасов юғалған. Ул бер ай самаһы бер кем менән дә бәйләнешкә сыҡҡаны юҡ. Был хаҡта “Өфө 1” порталы хәбәр итә.
"Ул ҡалала йәшәй ине һәм 11 ғинуарҙа частан ялға сыҡҡан. Әммә ял көндәренән һуң, дүшәмбе, ул эшкә килмәгән. Беҙгә был хаҡта шаршамбы ғына хәбәр иттеләр. Тағы ла өс көн күренмәһә, эҙләү иғлан итергә вәғәҙә бирҙеләр. Наилдең ҡайҙалығы һаман мәғлүм түгел. “Бәйләнештә”ге сәхифәһе юйылған, телефоны һүндерелгән. Быға тиклем беҙ аҙнаһына бер нисәне даими аралаша инек. Ул йә миңә, йә өләсәһенә шылтырата, йә социаль селтәрҙә яҙа ине", – ти егеттең әсәһе Земфира Ҡыҙрасова.
Шул уҡ ваҡытта ул улының беренсе тапҡыр ғына юғалмауын белдерә. Былтыр ҙа ошоға оҡшаш хәл булған, Наил Магнитогорскиҙағы заводта эшләгәнендә юғалған. Ул саҡта егетте тиҙ тапҡандар. Ошо хәлдән һуң, былтыр сентябрҙә, Наил Ҡыҙрасов Сыбаркүлгә контракт буйынса хеҙмәт итергә юлланған.
Һалдаттаң әсәһе Әбйәлил районында йәшәй. Киләһе аҙнала ул Сыбаркүлгә йыйына.
"Ошо көнгә тиклем бер ҡайҙа да мөрәжәғәт итмәнек. Часта беҙҙе тынысландырҙылар, прокуратураға йөрөмәгеҙ, юҡһа улығыҙға енәйәт эше асасаҡтар, дисбатҡа оҙатасаҡтар, ти әйттеләр. Түҙемлегебеҙ бөттө, беҙ саралар күрә башланыҡ. Хәрби прокуратураға шылтыраттыҡ, төркөмгә иғлан ҡуйҙыҡ", – ти Земфира Ҡыҙрасова.
Әйткәндәй, ошо хәлдән һуң әсә менән бәйләнешкә Пермь ҡалаһынан бер ҡатын сыҡҡан. Ул да улының 11 ғинуарҙа Сыбаркүлдә юғалыуын, ошо көндәрҙә табылыуын белдергән.
Фото: ufa1.ru
Читайте нас