Чита гарнизоны хәрби судының Руслан Мөхәтовҡа ҡарата енәйәт эшен ҡарай башлауы хаҡында хәбәр иткәйнек инде.
Эш материалдары буйынса, фажиғә алдынан Мөхәтов, тәғәйенләнмәгән ваҡытта тәмәке тартҡаны өсөн, Шәмсетдиновҡа типкән. Шулай уҡ, үҙенең өҫтөнлөгөн күрһәтеү өсөн, ял итергә форсат бирмәй, төрлө физик күнегеүҙәр эшләүҙе талап иткән.
Суд ултырышы частағы тәртипһеҙлектән ҡаза күргән һигеҙ һалдаттан тыш үткән. Судья Олеся Кущенко әйтеүенсә, егеттәрҙең етеһе эште уларҙың ҡатнашлығынан тыш ҡарауҙарын һораған, алтыһы Руслан Мөхәтовҡа дәғүәһе булмауын белдереп яҙған. Һигеҙенсеһе Евгений Графов, фажиғә мәлендә ҡаты яраланып комала булғанлыҡтан, ҡатнаша алмаған. Рәмил Шәмсетдинов үҙе Мәскәүҙә экспертиза үтә.
Ул ғәйепләнеүсене алты айға дисциплинар батальонға хөкөм итеүҙәрен һәм эште дөйөм тәртиптә ҡарауҙарын үтенгән. Суд һалдаттың һуңғы теләген ҡәнәғәтләндергән. Руслан Мөхәтов иһә эште айырым тәртиптә ҡарауҙы талап иткәйне. Әйткәндәй, уның хеҙмәте былтыр 20 ноябргә тиклем үк тамамланырға тейеш ине, әммә енәйәт эше ҡуҙғатылыу сәбәпле ул әлегә хәрби часта командирҙар күҙәтеүендә ҡала.
Судья киләһе ултырышты 20 февралгә тәғәйенләгән. Унда Рәмил Шәмсетдинов үҙе видеоконференция ысулы ярҙамында ҡатнашыр тип көтөлә.