Хәүефһеҙлек
15 Февраля 2020, 06:55

Хәүефһеҙлекте хәстәрләмәгәс...

Тау саңғыһы трассаһындағы ярышта 14 йәшлек спортсы һәләк була.

Башҡортостан прокуратураһы "Юбилейный" шифаханаһының баш механигына ҡарата енәйәт эше ҡуҙғатҡан.
64 йәшлек ирҙе ҡулланыусыларҙың хәүефһеҙлегенә яуап бирмәгән хеҙмәт күрһәтеүҙә үлем осрағына килтереү статьяһы буйынса ғәйепләйҙәр: шифахана биләмәһендә үткәрелгән ярыштарҙа 14 йәшлек спортсы һәләк булған.

Тәфтишселәр билдәләүенсә, 2018 йылдың ғинуарында бер төркөм спортсылар "Супер-гигант" тау саңғыһы дисциплинаһы буйынса Яҡтыкүл буйындағы тауҙа күнекмәләр үткәрә. Үкенескә күрә, 14 йәшлек үҫмер ҡапыл йығылып, башы менән бәрелә. Ауыр тән йәрәхәттәре алып, ул урында уҡ һәләк була.

Аҙаҡ асыҡланыуынса, трасса тейешле кимәлдә уратып алынмаған була. Быға шифахананың баш механигы яуаплы була, ул спортсыларҙың хәүефһеҙлеген тулыһынса тәьмин итмәй. Үҙе ошо етешһеҙлекте белгән була, әммә барлыҡ урындарҙы ла һаҡлаусы ҡоролмалар менән йыһазландырылмай, ҡыш башланғас, трасса хәүефһеҙ һәм ҡулланыусыларҙы ҡабул итергә әҙер, тип отчет бирә.

Башҡортостан прокуратураһы уға ҡарата ғәйепләү ҡарары сығара, тик баш механик ғәйебен танымай. Әле енәйәт эше Әбйәлил районы судына тапшырылған.
Фото: "Бәйләнештә".
Читайте нас