Хәүефһеҙлек
15 Февраля 2020, 16:25

Водитель дә, пассажир ҙа иҫән түгел...

Көслө бәрелештә йәрәхәтләнгәндәр араһында ете йәшлек бала ла бар.

Бөгөн иртән республикала үлемесле авария теркәлде. Юл-транспорт фажиғәһе Һамар – Өфө – Силәбе федераль трассаһында Иглин районы биләмәһендә булған.
Оло юлда “Рено Дастер” менән “Шевроле Нива” автомобилдәре бәрелешкән. Тәүгенең руле артында - 59 йәшлек Өфө кешеһе, икенсеһендә - 70 йәшлек ир.
Бәрелеш бик көслө була. Авария эҙемтәһендә “Рено” автомобиленең водителе һәм пассажиры һәләк була. Барлығы биш кеше йәрәхәттәр менән дауаханаға оҙатыла. Араларында ете йәшлек бала ла бар. Билдәле булыуынса, ул махсус креслола ултырған.
Был авария тураһында республиканың баш автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙ блогында хәбәр итте. Әле урында тәфтиш-оператив төркөм эшләй. Ваҡиғаға асыҡлыҡтар индерелә.
Фото: ЮХХДИ.
Читайте нас