Хәүефһеҙлек
16 Февраля 2020, 09:05

Ғашиҡтар көнөндә - ҡот осҡос фажиғә

Учалы районы ауылдарының береһендәге ятаҡта...

Ғашиҡтар көнөндә Учалы районы ауылдарының береһендә урынлашҡан ятаҡта ҡот осҡос фажиғә булған. Был хаҡта “Өфө 1” порталы хәбәр итә.
Тикшереүселәр асыҡланыуынса, Силәбе өлкәһенең Сим ҡалаһынан килгән 45 йәшлек ир 35 йәшлек Мансур ауылы кешеһе менән ятаҡ кухняһында осрашҡан. Улар араһында бәхәс ҡупҡан. Һүҙҙәр менән аңлаша алмағас, Сим кешеһе бысаҡ алған да әшнәһенең аяғына һәм йән еренә сәнскән.
Йәрәхәтләнгән ир “Ашығыс ярҙам” килеп еткәнсе йән биргән, тип хәбәр итәләр урындағы полиция бүлегенән. Был хәл бихисап шаһиттар араһында булған. Һөҙөмтәлә Мансур ауылы кешеһен – моргка, ә Симдән килгәнде полицияға алып киткәндәр. Енәйәт эше ҡуҙғатылған.
Фото: ptzgovorit.ru
Читайте нас