Хәүефһеҙлек
17 Февраля 2020, 17:15

Пассажир автобусы янып китә...

Сәбәбе ниҙә?

Бөгөн таң менән баш ҡаланың «Гастелло стадионы» туҡталышында ПАЗ пассажир автобусы янып китә.
Ваҡиға урынына шунда уҡ Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының ике махсус машинаһы һәм ҡотҡарыусылар ебәрелә. Ут ун минут эсендә һүндерелә. Бәхеткә күрә, автобус эсендә пассажирҙар булмай.
Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, транспорт маршрутҡа сығып өлгөрмәгән. Ҡорбандар, зыян күреүселәр юҡ. Тәүтикшереүселәр янғындың сәбәбен асыҡлай.
Фото Башҡортостан буйынса Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығынан.
Читайте нас