“
На земле Салавата” баҫмаһы хәбәр итеүенсә, юл-транспорт ваҡиғаһы Кропачев-Мәсәғүт юлында теркәлгән. Өс ауырлы ҡатынды акушер оҙатыуында Мәсәғүт үҙәк район дауаханаһына тикшерелергә алып китеп барғандар. Ахун ауылы янынан үтеп барғанда шофер идараны юғалтҡан, һәм машина трассанан ситкә сығып, ҡабырғаһына ауған.